Иҡтисад
10 Август 2023, 03:28

Тышҡы сауҙа әйләнеше ун тапҡырға артҡан

Башҡортостан менән Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре ошо йылдың ғинуар-майында сауҙа әйләнешен ун тапҡырға арттырған. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Тышҡы сауҙа әйләнеше ун тапҡырға артҡанТышҡы сауҙа әйләнеше ун тапҡырға артҡан
Тышҡы сауҙа әйләнеше ун тапҡырға артҡан

Республиканан Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә экспорт - 10,8 тапҡырға, импорт ике тапҡырға артҡан. Был хаҡта БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычеваның Мәскәүҙәге Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре илсеһе Мөхәммәт Әхмәд Еса Альджабер менән осрашыуында хәбәр иттелгән.

       Республика вәкиле һүҙҙәренсә, илсе менән һөйләшеүҙәрҙә нефть химияһы, машиналар эшләү һәм туризм өлкәһендә берлектәге проекттар тикшерелгән. Бынан тыш, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре Башҡортостан аҙыҡ-түлеге менән ҡыҙыҡһына.

        «Беҙҙең Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән партнерҙарыбыҙ башҡорт балын тура Эмиратҡа оҙатыу теләген белдерҙе, шуға күрә был мәсьәләне бергәләп өйрәнәсәкбеҙ», - тигән Болычева.

      Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре илселеге вәкилдәре 11-13 августа Баймаҡ районында үтәсәк «Башҡорт аты» халыҡ-ара башҡорт аттары фестивалендә ҡатнашырға теләк белдергән. Сентябрҙә илсенең республикаға визиты планлаштырылған. Ул Өфөлә Евразия ғилми-белем биреү үҙәгендә ғәрәп цивилизациялары үҙәген ойоштороу проекты менән танышырға йыйына.

Әйткәндәй, 2022 йылда Башҡортостандың һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең тышҡы сауҙа әйләнеше 2021 йыл менән сағыштырғанда өс тапҡырға артҡан. Импорт бер йылда ике тапҡырға артҡан.

      2022 йылдың туғыҙ айында Эмиратҡа экспорт структураһы химия сәнәғәте продукцияһынан торған, шул иҫәптән монокарбон кислоталары, каучук һәм фенолдар, шулай уҡ металдар һәм уларҙан эшләнгән изделиелар экспортҡа оҙатылған. Республика Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән был осорҙа металдан эшләнгән изделиеларҙы, машиналар эшләү продукцияһын, шулай уҡ химия продукцияһын һатып алған.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас