Ағымдағы йылда был өлкәгә 1,46 миллиард һум ҡаралған. Шуның 987,6 миллион һумы «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проекты сиктәрендә бүленә, йәғни 897,7 миллионы - федераль һәм 90 миллионы - республика ҡаҙнаһынан.
Әйткәндәй, 2022 йылда туризмды үҫтереүгә бюджеттан 460,5 миллион һум бүленгән. Шулай итеп, бер йылда тармаҡты финанслау күләме өс тапҡырҙан ашыуға артҡан.
Быйыл туристик инфраструктураны үҫтереүгә 819,2 миллион һум бүленә.
- Шуның 152 миллион һумы пляждар булдырыу, уларҙы йыһазландырыу, балалар һәм спорт ял итеү зоналарын, дөйөм туҡланыу пункттары булдырыу өсөн тәғәйенләнгән;
- Кемпинг һәм автокемпингтар булдырыуға - 83,4 миллион һум;
- Туристик ҡорамалдар һатып алыу, бассейндарҙы, шул иҫәптән йыл әйләнәһенә эшләгәндәрҙе йыһазландырыу, туристик маршруттар төҙөүгә - 106,9 миллион һум;
- Өфө үҙәгенең туристик маршрутын проектлау - 213,1 миллион һум;
- Туризм буйынса инвестиция проекттарына дәүләт ярҙамына - 263,8 миллион һум ҡаралған.