Иҡтисад
17 Август 2023, 10:39

Төркиә менән тауар әйләнеше 90 процентҡа артҡан

Февралдә Төркиәлә булған ер тетрәүҙән һуң унда Рәсәй төҙөлөш материалдарына ихтыяж артҡан. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Төркиә менән тауар әйләнеше 90 процентҡа артҡанТөркиә менән тауар әйләнеше 90 процентҡа артҡан
Төркиә менән тауар әйләнеше 90 процентҡа артҡан

  2023 йылдың тәүге ярты йылында Башҡортостандың Төркиә менән тауар әйләнеше 2022 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 87,8% артҡан. Республиканан экспорт 81,8% артҡан.

      «Республиканың Төркиәләге вәкиллеген асыу тышҡы сауҙа әйләнеше үҫешенә ҙур йоғонто яһаны. Беҙҙең вәкиллек булышлығында республика предприятиелары үҙ продукцияһын Төркиә баҙарына сығара ала, был сауҙа мөнәсәбәттәрен нығытыуға ыңғай йоғонто яһай», - тип белдерҙе БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы етәксеһе Маргарита Болычева.

      Мәҫәлән, Өфөнөң «Урал урманы» компанияһы Төркиәгә шпон һәм фанера поставкалауға контракт төҙөгән. Предприятие ай һайын тауар партияһын ебәрәсәк.

Анкарала Башҡортостан вәкиле Марат Танһыҡҡужиндың мәғлүмәттәре буйынса, ер тетрәүҙән һуң 2023 йылдың февралендә ил төҙөлөш материалдарына талап арта. Был илдә һәр ваҡыт ағасҡа һәм унан эшләнгән изделиеларға һорау ҙур. Шул уҡ ваҡытта тауар әйләнеше башлыса һоро импорт иҫәбенә үҫә, тип иҫәпләй эксперт.

.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас