Иҡтисад
24 Август 2023, 03:00

Йәш эшҡыуар тегеү производствоһын грант аҡсаһына киңәйтергә ниәтләй

Быйыл Башҡортостандың йәш эшҡыуарҙары ҙур әүҙемлек күрһәтә. Уларҙың үҙ эшен үҫтереүгә йүнәлтелгән 264 проекты грант алыуға хупланған. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Йәш эшҡыуар тегеү производствоһын грант аҡсаһына киңәйтергә ниәтләйЙәш эшҡыуар тегеү производствоһын грант аҡсаһына киңәйтергә ниәтләй
Йәш эшҡыуар тегеү производствоһын грант аҡсаһына киңәйтергә ниәтләй

Шулар араһында Нефтекаманан йәш эшҡыуар Юлиә Чернованың проекты ла бар. Юлиә Юрьевнаның  предприятиеһы махсус кейем һәм аяҡ кейеме тегеү менән шөғөлләнә. Бында 40 кеше эшләй, улар көнөнә 100-гә яҡын кейем тегә.

Эшҡыуар производствоны киңәйтергә һәм яңы тауарҙар етештерергә ниәтләй, шуға күрә ул йәш эшҡыуарҙарға гранттар биреүгә конкурста ҡатнашырға ҡарар иткән. Ул 500 мең һум күләмендә финанс ярҙамына яңы тегеү ҡорамалы һатып алырға ниәтләй.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, йәш эшҡыуарҙарға грант ярҙамы «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, индивидуаль эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам» милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла. Гранттың иң ҙур күләме 500 мең һум тәшкил итә. Средстволарҙы ҡорамалдар, оргтехника, программа тәьминәте, сеймал һатып алыуға, ҡуртым буйынса түләүгә, франшиза буйынса тәүге иғәнәгә, проектты киң мәғлүмәт сараларында танытыуға һәм башҡа йүнәлештәргә тотонорға мөмкин. Шул уҡ ваҡытта алынған аҡсаны кредитты ҡаплауға, һалым түләүгә йәки автомобиль һатып алыуға файҙаланырға ярамай. Грант алыу өсөн төп шарт - проекттың хаҡынан 25 процентынан  кәм булмаған күләмдә үҙеңдең финанслау һәм «Минең бизнесым» үҙәгендә бушлай уҡыу үтеү тора.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас