Иҡтисад
31 Август 2023, 06:50

Инновацион проекттар өсөн грант алыу мөмкинлеге бар

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән технологик инновацияларҙы, технологиялар трансферын үҫтереү һәм интеллектуаль милекте һаҡлау проекттарын тормошҡа ашырыуға сығымдарҙы финанс яҡтан тәьмин итеүгә компанияларға һәм шәхси эшҡыуарҙарға республика ҡаҙнаһынан субсидиялар формаһында гранттар биреү тәртибе раҫланды. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Инновацион проекттар өсөн грант алыу мөмкинлеге барИнновацион проекттар өсөн грант алыу мөмкинлеге бар
Инновацион проекттар өсөн грант алыу мөмкинлеге бар

Был ярҙам сараһы инженер программа тәьминәтен, робот техникаһы комплекстарын, мәғлүмәт хәүефһеҙлеге системаларын, интернет-технологияларҙы индереүгә, дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү процестарын, граждандарҙың, бизнестың һәм дәүләттең үҙ-ара эш итеү системаларын цифрлаштырыуға ҡағыла. Грантҡа Башҡортостан компаниялары һәм эшҡыуарҙары (шул иҫәптән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиелары) дәғүә итә ала.

       Һәр йүнәлеш буйынса гранттың максималь күләме 3 миллион һум тәшкил итә. Документта эш эҙләүселәргә талаптар, отчет тәртибе, дәғүәселәрҙе баһалау критерийҙары билдәләнгән, конкурс комиссияһының эш тәртибе билдәләнгән.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас