Иҡтисад
7 Сентябрь 2023, 05:24

Республикала ҙур бизнес предприятиеларының 74 проценты табыш менән эшләгән

2023 йылдың тәүге ярты йыллығында Башҡортостан ҙур бизнес ойошмаларының дөйөм табышы 225,9 миллиард һум тәшкил иткән, был 2022 йылдың ғинуар-июнь айҙарына ҡарағанда 1,5 процентҡа кәмерәк. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Компанияларҙың 74 проценты 241,4 миллиард һум килем алған, 25,9 процент, йәки 15,5 миллиард һумлыҡ зыян күркән. Иң күбе эшкәртеү производстволарына тура килә - 154,3 миллиард һум (2022 йылдың беренсе ярты йыллығына ҡарағанда 7 процентҡа кәмерәк).

     Дөйөм кредитор бурысы (контрагенттарға һәм банк займдары буйынса  июнь аҙағына ҡарата 1, 413 триллион һумдан ашыу тәшкил иткән.

       Ойошмаларҙың дебитор бурысы 1,195 триллион һумдан ашыу тәшкил иткән.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас