Иҡтисад
13 Сентября 2023, 05:30

В. Путин бензинға хаҡ артыуын контролгә алды

Һуңғы мәлдә яғыулыҡҡа хаҡ көндән-көн арта.

Добавить в предпочтительные источники Google

Рәсәй Президенты Владимир Путин ил хөкүмәтенең нефть продукттарына хаҡ тирәләй килеп тыуған хәл менән шөғөлләнеүе хаҡында хәбәр итте.

«Ошо хәлде төҙәтербеҙме? Әлбиттә, хөкүмәт бының менән шөғөлләнә, - тип ышандырҙы Владимир Путин, Владивостокта Көнсығыш иҡтисади форумында сығыш яһағанда. - Нефть продукттарын етештереүселәр хаҡлылыр тип уйлайым. Хөкүмәт ваҡытында иғтибар итергә тейеш ине».

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, дәүләт башлығы Көнсығыш иҡтисади форумында Украинала Рәсәй менән һөйләшеүҙәрҙе тыйыу тураһында указды ғәмәлдән сығарыу диалогҡа тәүге аҙым булыуы ихтималлығы хаҡында ла белдерҙе.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-09-12/pravitelstvo-rossii-zanimaetsya-situatsiey-s-tsenami-na-benzin-3432575

Автор:
Читайте нас