Иҡтисад
28 Сентябрь 2023, 03:10

500 миллион долларға экспорт килешеүҙәре төҙөлгән

Башҡортостан компаниялары «Иннопром. Ҡаҙағстан» халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә бер көндә 500 миллион долларға экспорт килешеүе төҙөгән.   #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Атап әйткәндә, «Урал урманы», «Альтернатива» пластмасса изделиелар заводы» компаниялары һәм «Масла и смазки» сауҙа йорто Ҡаҙағстанға продукция ебәреү тураһында килешеү төҙөгән. Йәнә ике эшҡыуар Астана ботаника баҡсаһы менән хеҙмәттәшлек тураһында меморандумдарға ҡул ҡуйған.

     Хәҙер властың бурысы - төбәктең эшлекле даирәләрен халыҡ-ара хеҙмәттәшлеккә йәлеп итеү, тип билдәләй Башҡортостан Хөкүмәте премьер - министры Андрей Назаров.

       «Иннопром» сиктәрендә Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан хөкүмәттәре 2023-2024 йылдарға ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү буйынса «юл картаһы»на ҡул ҡуйған. Яңы төҙөлгән  документҡа биш йүнәлеш буйынса 60 сара индерелгән.

      Иҡтисадсы Всеволод Спивак, Башҡортостан менән Ҡаҙағстан араһында тауар әйләнеше күләме артасаҡ, тип иҫәпләй. « Хәҙер Ҡаҙағстан республиканың тышҡы баҙарҙағы төп стратегик партнерҙарының береһе булыуын иҫәпкә алып, республика химия продукцияһын һәм аҙыҡ-түлекте экспортҡа оҙатыуҙы үҫтерә ала тип уйлайым», - ти эксперт.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас