+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Октябрь 2023, 06:20

Хеҙмәттәшлек нығый

III Төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы сиктәрендә Рәсәй менән Үзбәкстан араһында 2023 - 2025 йылдарға Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Үзбәкстан Республикаһының ике төбәге етәкселеге араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса саралар планына ҡул ҡуйылды. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

III Төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы сиктәрендә Рәсәй менән Үзбәкстан араһында 2023 - 2025 йылдарға Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Үзбәкстан Республикаһының ике төбәге етәкселеге араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса саралар планына ҡул ҡуйылды.

Тейешле документтарға ҡул ҡуйыуҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов, Джизак өлкәһе хакимы Эргаш Сәлиев һәм Фирғәнә өлкәһе хакимы Хәйрулла Бозоров Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары – Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров һәм Үзбәкстан Республикаһы Премьер-министры урынбаҫары Жамшид Ходжаев ҡатнашты.

– Бөгөн Үзбәкстан Республикаһының Джизак һәм Фирғәнә өлкәләре менән хеҙмәттәшлек пландарына ҡул ҡуйҙыҡ. Планда сауҙа-иҡтисади өлкәлә, сәнәғәттә, агросәнәғәт комплексында хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса саралар ҡаралған. Бынан тыш, Башҡортостан һәм Үзбәкстан мәҙәниәт, мәғариф, туризм, спорт, хеҙмәт миграцияһы һәм башҡа йүнәлештәр өлкәһендә тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Ҡул ҡуйылған документтар алдағы өс йылда берлектәге проекттарҙы эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирәсәк, – тип аңлатты Рөстәм Моратов.

Ғөмүмән, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры билдәләүенсә, төбәк яңы проекттар өсөн асыҡ һәм Хөкүмәт кимәлендә лә, эшлекле берләшмә кимәлендә лә Үзбәкстан Республикаһы менән оҙайлы, һөҙөмтәле хеҙмәттәшлекте әҙерләй. Бының өсөн бөтә кәрәкле шарттар булдырылған.

Башҡортостан Республикаһының дуҫ илдәр менән хеҙмәттәшлеге “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын  тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: