"Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектының (национальный проект "Международная кооперация и экспорт") сиктәрендә Ҡытай Халыҡ Республикаһында Рәсәй Федерацияһының Сауҙа вәкиллеге етәксеһе Алексей Дахновский ҡатнашлығында видеоселектор кәңәшмәһе үтте. Осрашыу барышында Башҡортостандың 40 вәкиле Ҡытайға тауарҙарын ебәреү, баҙар шарттарын өйрәнеү, башҡа үҙенсәлектәр тураһында мәғлүмәт алды.
Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры урынбаҫары Лена Изотова билдәләүенсә, Башҡортостан Ҡытайға экспортҡа машиналар эшләү өсөн йыһаздар, аҙыҡ-түлек, химия тауарҙары һәм ағас оҙата.
Үҙенең сығышында Алексей Дахновский Башҡортостан эшҡыуарҙарына кәңәштәрен бирҙе. Тәү сиратта телде белгән белгестәрҙе эшкә алырға, продукцияның маркетингына иғтибарҙы йүнәлтергә, электрон сауҙа ысулдары тураһында уйларға кәрәклеген билдәләне.
Осрашыу “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектының (национальный проект "Международная кооперация и экспорт") маҡсаттарын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үтте.