Өфөлә Башҡортостан һәм Беларусь Республикаһы делегацияларының эшлекле осрашыуы уҙҙы. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, беҙҙең хеҙмәттәшлек күп йүнәлештәр буйынса әүҙем үҫешә: сәнәғәт кооперацияһы тәрәнәйә, агросәнәғәт комплексында, машиналар эшләү, пилотһыҙ авиация тармаҡтарында проекттар ғәмәлгә ашырыла, гуманитар бәйләнештәр нығына.
Бөгөн Башҡортостанда 50-нән ашыу сауҙа объекты Белоруссия продукцияһын һатыуға махсуслаша.
ФОТО: Башинформ