0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
13 Октябрь 2023, 05:55

Ҡытай менән сауҙа итеү әүҙемләшә

Ҡытай халыҡ республикаһындағы Рәсәй Федерацияһының Сауҙа вәкиле Алексей Дахновский менән видеоконференцияла 40-тан ашыу Башҡортостан компанияларын ҡатнашҡан. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ҡытай халыҡ республикаһындағы Рәсәй Федерацияһының Сауҙа вәкиле Алексей Дахновский менән видеоконференцияла 40-тан ашыу Башҡортостан компанияларын ҡатнашҡан.

Конференцияла Ҡытай баҙарына сығыуҙың перспективалы пландарын тикшергәндәр, шулай уҡ урындағы партнерҙар менән эш үҙенсәлектәрен билдәләгәндәр. Алексей Дахновский Ҡытай баҙарына сыҡҡанда продукцияның маркетингына бюджет булыу мөһимлеген билдәләгән. Шулай уҡ штатта Ҡытай телен белгән хеҙмәткәрҙәр булыуын хәстәрләргә кәңәш иткән.

Бынан тыш экспортерҙарға Ҡытайҙағы күргәҙмәләрҙә ҡатнашыу, ваҡытында сауҙа маркаһын теркәү кеүек эштәрҙе башҡарыу мөһим. Аҙыҡ-түлектең урындағы баҙар өсөн уникаль характеристикаһы ла әһәмиәтле.

Ҡытай менән тышҡы сауҙа әйләнеше Башҡортостандың дөйөм тауар әйләнеше күләменең дүрттән бер өлөшөн тәшкил итә.

Ҡытай баҙарында ит һәм балыҡ продукцияһы, кондитер изделиелары, үҫемлек майҙары, косметика, көнкүреш химияһы һәм ашламалар   айырыуса ҙур һорау менән файҙалана.

Бындай хеҙмәттәшлек “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: