+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Октябрь 2023, 08:40

Юл буйы сервисында инвесторҙар өлөшө арта бара

Башҡортостанда туғыҙ айҙа юл буйында 181 яңы объект сафҡа индерелгән,  инвестиция күлəме 1,2 млрд һум тәшкил иткән.  #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Юл буйы сервисында инвесторҙар өлөшө арта бара
Юл буйы сервисында инвесторҙар өлөшө арта бара

Шулай уҡ 219 объект модернизацияланған, бының  өсөн 350 млн һум аҡса тотонолған.

      Яңы төҙөлгән 20  объект федераль трасса буйында, 65 төбәк ара, 60 район ара, 28 урындағы тәғәйенләштәге  юл буйында урынлашҡан.

       Йыл башынан юл буйы сервисын үҫтереү программаһы буйынса  92 һатыу итеү нөктәһе, 27 заправкалау станцияһы, 25 кафе, 22 автомобилдәрҙе техник хеҙмәтләндереү станцияһы, бишәр ҡунаҡхана, машиналар йыуыу станцияһы һәм  башҡа икенсе төрҙәге категориялы объекттар төҙөлгән.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: