+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Октябрь 2023, 10:05

Тәжрибә уртаҡлаштылар

”Контроль пакет” компанияһы "Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проектын тормошҡа ашырыу барышында ”Вэй Пак” эшсе төркөмөн ҡабул итте.  

Тәжрибә уртаҡлаштылар
Тәжрибә уртаҡлаштылар

Был хаҡта төбәктең Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы хәбәр итә.

”Вэй Пак" милли проектҡа быйыл яҙ ҡушылған. Компания картон ҡап етештереү менән шөғөлләнә. Һаҡсыл технологияларҙы сәнәғәт ҡаптары етештереү цехында индерәләр.

Модель предприятиеһы булған "Контроль пакеты" проект ябылыу мәлендә пилот участкаһында юғары һөҙөмтәләр күрһәткән. Бында заказды үтәү ваҡытын ике тапҡырға тиерлек ҡыҫҡартылған, тамамланмаған етештереү күләме 9 процентҡа кәмегән һәм етештереү күләме 22 процентҡа артҡан.

Сәфәр барышында ҡунаҡтар һаҡсыл етештереү ҡоралдары индерелгән эталон участкаһын күрҙе. Улар бергәләп милли проект сараларын тормошҡа ашырыуҙа килеп тыуған ауырлыҡтарҙы, предприятиеларҙың һаҡсыл ҡараш индереүҙә алған файҙаларын, компанияның системаһын төҙөүҙә етәкселәрҙең һәм милекселәрҙең ролен тикшерҙе.

"Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите

Автор:
Читайте нас: