+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
10 Ноябрь 2023, 08:50

Йәшәү минимумы арта

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән 2024 йылға йән башына йәшәү минимумы  яңы дәүмәле билдәләнде.  #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Йәшәү минимумы арта
Йәшәү минимумы арта

 Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән 2024 йылға йән башына йәшәү минимумының яңы дәүмәле билдәләнде.  Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған документҡа ярашлы, 2024 йылдың 1 ғинуарынан республикала йәшәү минимумы 13 753 һумға еткерелә (хәҙер – 12 650 һум). Эшкә һәләтле халыҡ өсөн – 14 991 һум, пенсионерҙар өсөн – 12 530 һум (+540 һум), балалар өсөн 13 340 һум (+1069 һум) була. Ошо күрһәткестәр киләһе йылдың аҙағына тиклем ғәмәлдә ҡаласаҡ.

Халыҡтың йәшәү кимәлен яҡшыртыу ғүмер оҙонлоғона ла булышлыҡ итә, шуның менән был “Демография” милли проектының “Оҙон ғүмерлелек” федераль проекты үңтәлешенә лә булышлыҡ итә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: