-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Ноябрь 2023, 15:30

Үзбәкстан менән тауар әйләнеше артты

Башҡортостан эшҡыуарҙары декабрҙең аҙағында Үзбәкстанға эш сәфәре менән барасаҡ.    

Үзбәкстан менән тауар әйләнеше артты
Үзбәкстан менән тауар әйләнеше артты

Йыл башынан Башҡортостан менән Үзбәкстандың тышҡы сауҙа әйләнеше 17 процентҡа артҡан, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Башҡортостандан экспорт 22,1 процентҡа артҡан. Дөйөм алғанда, республика өсөн тауар әйләнешендә экспорт өҫтөнлөк итә – ул Үзбәкстан менән иҡтисади мөнәсәбәттәрҙә 90 процент тәшкил итә.

– Беҙ дуҫ илдәр, шул иҫәптән Үзбәкстан менән хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙе дауам итәбеҙ. Эш һөҙөмтәләре, уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, 2023 йылдың ғинуар-сентябрендә үҙ-ара тауар әйләнеше һәм экспорт күрһәткестәренең 17 һәм 22,1 процентҡа артыуында сағыла. Башҡортостан Үзбәкстанға минераль тауарҙар, ағас һәм целлюлоза-ҡағыҙ изделиелары, металдар һәм уларҙан эшләнгән әйберҙәр, машиналар эшләү продукцияһы, аҙыҡ-түлек тауарҙары һәм сеймал, туҡыма, туҡыманан әйберҙәр һәм аяҡ кейеме һәм башҡа тауарҙар оҙата. Беҙ уҙаҡташ илдәр менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек сиктәрен киңәйтеү менән ҡыҙыҡһынабыҙ, шуға күрә декабрь аҙағында Үзбәкстанға бизнес-миссия ойошторабыҙ, – тип уртаҡлашты Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

2023 йылдың 20-21 декабрендә үтәсәк был бизнес-миссияла ҡатнашыу өсөн компанияларҙы туплау башланды ла инде. Республика компаниялары өсөн комплекслы эшлекле программа, В2В-профилле үзбәк контрагенттары менән осрашыуҙар, сара программаһына ярашлы дөйөм координация, шулай уҡ профилле предприятиеларға барыу ойоштороласаҡ. Бизнес-миссияла ҡатнашыуға бәйле барлыҡ сығымдар Башҡортостандың Экспортҡа ярҙам үҙәге иҫәбенә тормошҡа ашырыла. Юл, йәшәү һәм шәхси сығымдарҙы ҡатнашыусылар үҙҙәре түләй.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән билдәләнгән “Лайыҡлы һәм һөҙөмтәле хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ” милли маҡсаты сиктәрендә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт) тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты – 2030 йылға сеймал һәм энергетик булмаған тауарҙар экспортының 2020 йыл менән сағыштырғанда кәмендә 70 процентҡа артыуын тәьмин итеү.

Фото: foreign.bashkortostan.ru

Автор:
Читайте нас: