-20 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
28 Ноябрь 2023, 17:25

Башҡорт балы Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып «хәләл» сертификатын алды

Хәҙер уны ошо стандартты таныған бөтә илдәрҙә лә һатырға мөмкин.    

Башҡорт балы Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып «хәләл» сертификатын алды
Башҡорт балы Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып «хәләл» сертификатын алды

Башҡортостан  — илебеҙҙә Рәсәй сифат системаһының яңы стандарттары буйынса балға «Хәләл» сертификатын алған тәүге төбәк. VII «Беҙҙең бренд» махсуслашҡан күргәҙмәһе барышында үткән «Рәсәй сифат системаһы - Хәләл сертификацияһын үҫтереү мөмкинлектәре тураһында» түңәрәк өҫтәлендә «Алтын Солоҡ» учреждениеһына ошондай сертификат тапшырылды.

Республикала экологик яҡтан таҙа бал төрҙәрен халыҡ-ара баҙарҙарға сығарыу өҫтөндә эш алып барыла. Әйтәйек, ғәрәп илдәре. «Хәләл» сертификацияһы башҡорт балына ошо баҙарҙарға сығыу мөмкинлеге биргән йәки процесты еңеләйткән төп шарттарҙың береһе булып тора.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 28 ноябрҙән 2 декабргә тиклем «Рәсәй» күргәҙмә-форумы барышында Башҡортостан стендында ауыл хужалығы аҙналығы ойошторола. Тәүге өс көн республикабыҙҙың төп брендтары — «Башҡорт балы»на һәм «Башҡорт аты»на арнала.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-11-27/bashkirskiy-myod-pervym-v-rossii-poluchil-sertifikat-halyal-3540395

Автор:Элина Әхмәтова.
Фото:Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы
 
 
Автор:
Читайте нас в