+8 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
28 Ноябрь 2023, 18:30

Туймазы районында сыр етештереүселәрен диплом менән бүләкләнеләр

"Уяҙытамаҡ - Листгартен-Арндт сыр эшләү заводы" малсылыҡ продукцияһын етештереүҙә һәм эшкәртеүҙә юғары күрһәткестәре өсөн бүләкләнә. Был предприятиеға биш йыл.  

Туймазы районында сыр етештереүселәрен диплом менән бүләкләнеләр
Туймазы районында сыр етештереүселәрен диплом менән бүләкләнеләр

Ошондай ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ул етештереү күләмен бер нисә тапҡырға арттыра, продукция ассортиментын киңәйтә, уларҙың сырҙары бөтә республикала таныла башлай.

Сыр ҡайнатыу заводында 12 кеше эшләй. Улар 23 сыр, эремсек массаһы, аҡ май һәм 14 төр йогурт етештерә.

Ә был эш Уяҙытамаҡ ауылы кешеһе Павел Листгартендың ғаиләһендә өйҙә сыр эшләүҙән башлана.

Сыр дуҫтары һәм таныштары араһында таратыла башлай.

2018 йылда предприятие ойошторола.

Ике йыл элек сыр етештереүселәр  Октябрьский ҡалаһына яңы бинаға күсә. Көн һайын бында бер тонна һөт эшкәртелә.

Ошо көндәрҙә предприятие коллективы малсылыҡ продукцияһын етештереүҙә һәм эшкәртеүҙә юғары күрһәткестәргә өлгәшкән өсөн Туймазы районы хакимиәте Дипломы менән бүләкләнде.

 

Автор:
Читайте нас: