+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Декабрь 2023, 07:45

Республикала туризмды үҫтереүгә шарттар булдырыла

Туризмды  өлкәһендә эшләгән эшҡыуарҙар өсөн льготалы кредитлау программаһы әҙерләнә. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Республикала туризмды үҫтереүгә шарттар булдырыла
Республикала туризмды үҫтереүгә шарттар булдырыла

Башҡортостандың бизнес-шерифтары менән үткән онлайн-кәңәшмәлә һүҙ эшмәкәрлектәре туризм өлкәһе менән бәйле булған эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтеү  саралары хаҡында барҙы.

Атап әйткәндә,  “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты сиктәрендә туризм өлкәһендә эшләгән эшҡыуарҙар өсөн льготалы кредитлау программаһы тураһында ентекле һөйләшеү булды.

Льготалы кредитлау сиктәрендә программа буйынса ҙур инвестиция проекттары, мәҫәлән, йыл әйләнәһенә эшләгән ял итеү парктары, аквапарктар, тау саңғыһы курорттары ҡарала.

Был ярҙам ысулы ил буйынса 48 мең яңы ҡунаҡхана номеры булдырырға булышлыҡ итәсәк.

Автор:
Читайте нас: