Иҡтисад
12 Декабрь 2023, 07:00

Экспортлау әүҙемләшә - көрпәбеҙҙе лә алалар

Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы тауарҙарын ситкә һатыу күләме үҫә. Айырыуса иген, ҡуҙаҡлы культуралар, орлоҡ, он, көрпә, мал аҙығы һатыу буйынса эш уңышлы бара.

Экспортлау әүҙемләшә - көрпәбеҙҙе лә алаларЭкспортлау әүҙемләшә - көрпәбеҙҙе лә алалар
Экспортлау әүҙемләшә - көрпәбеҙҙе лә алалар
Ағымдағы йыл башынан республика предприятиелары Таможня союзы дәүләттәренә һәм БДБ илдәренә 2,2 мең тонна самаһы бойҙай һәм арыш көрпәһе оҙатҡан. Былтыр сит илдәргә 396 тонна көрпә экспортланған булған. Тимәк, быйылғы үҫеш 5,5 тапҡырға артыҡ.
Ҡаҙағстанға, Ҡырғыҙстанға, Үзбәкстанға һатабыҙ.
Тауар бөтә талапҡа яуап бирә, тейешле тикшереү үткәрелгән.
Фото: Министерство сельского хозяйства Республики Башкортостан.
"Йәшлек" гәзите сайтынан.
Автор:
Читайте нас