Иҡтисад
3 Февраль 2024, 01:40

Юлдар хәүефһеҙ булһын

Юлдарға асфальт түшәү, уларҙы ремонтлау хәүефһеҙ юл йөрөүгә булышлыҡ итә., шуның менән бер рәттән “Сифатлы һәм хәүефһеҙ юлдар” милли проекты үтәлешен дә тәьмин итә. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Юлдар хәүефһеҙ булһынЮлдар хәүефһеҙ булһын
Юлдар хәүефһеҙ булһын

2023 йылда районда был тәңгәлдә ҙур эштәр башҡарылды. Озерное ауылы янында 2 км, Абҙаҡ яғына илткән 4 км, Красная Башкирия ауылынан “Башнефть” АЗС-ына илткән 4,3 км юл ремонтланды.

Ташбулат ауылының Йәштәр урамына, Асҡарҙа И. Һиҙиәтов, Т. Кусимов һәм Еңеүҙең 40 йыллығы исемендәге урамдарға асфальт түшәлде. Яңы биҫтәләр урамдарына ҡырсынташ түшәү эше дауам итте. ДРСУ былтыр Яҡтыгүл ауылына яңы юл төҙөлөшөн башланы, был объектты тапшырыу 2025 йылға планлаштырылған.

Асҡар, Таштимер, Амангилде, Дәүләт һәм Рысҡужа ауылдары аша үткән юлдарҙы яҡтыртыу буйынса ҙур эш күләме башҡарылды. Бөтәһе ошондай 16 км ауылдар яны юлы яҡтыртылды, был эштә беҙ Стәрлетамаҡтан ҡала икенсе урынды киләбеҙ. Быйыл был эш Озерный, Таштимер, Йәлембәт, Рауил, Ишҡол, Тәпән һәм Хәлил ауылдары тирәләй башҡарыласаҡ.

Районда  мәғариф учреждениелары эргәһендә хәүефһеҙлекте тәьмин итеү маҡсатында эштәр дауам итте. 2023 йылда 16 белем биреү учреждениеһына светофорҙар , йәйәүлеләр үткәүелдәре һәм кәрәкле юл билдәләре ҡуйылды.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас