Иҡтисад
9 Февраль 2024, 05:25

Студенттар эш биреүселәр менән осрашты

Өфө урман хужалығы техникумы студенттары «Ультраплай» ЯСЙ-һы вәкилдәре менән осрашты. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана  

Студенттар эш биреүселәр менән осраштыСтуденттар эш биреүселәр менән осрашты
Студенттар эш биреүселәр менән осрашты

Техникум базаһында техникумды тамамлаусыларҙы эшкә урынлаштырыуға булышлыҡ итеү үҙәге эшләп килә. Был үҙәк студенттарҙы эш биреүселәрҙә булған вакансиялар менән таныштыра, шулай уҡ предприятие вәкилдәре менән осрашыуҙар үткәрә.
Студенттар предприятиелар тураһында мәғлүмәттәр ала, эшкә ингәндә предприятие ҡуйған талаптар менән таныша.

 Ошо көндәрҙә үткән урман хужалығы техникумының сығарылыш курсы студенттары  «Ультраплай» ЯСЙ-һы вәкилдәре менән осрашыуҙа студенттарға предприятиела булған эш урындары, эш шарттары хаҡында һөйләнеләр һәм теләге булғандарҙы эшкә саҡырҙылар.

Бындай осрашыуҙар "Хеҙмәт етештереүсәнлеге" милли проекты үтәлешенә лә үҙ өлөшөн индерә.

Сығанаҡ: БР Урман хужалығы министрлығы сайты.

Автор:
Читайте нас