8 февралдән 11-нә тиклем Башҡортостан делегацияһы Беларусь Республикаһында эшлекле сәфәр менән булды. Осрашыу барышында туризм, энергетика, спорт, машина эшләү, мәҙәниәт, мәғариф, инвестициялар өлкәләрендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр ҡабул ителде. Бөтәһе 50 миллиард һумдан ашыулыҡ 16 документҡа ҡул ҡуйылды.
«Беларусь - Башҡортостан» форумы сиктәрендә республиканың эшлекле даирәләре вәкилдәре 500-ләгән һөйләшеү уҙғарҙы. Беларусь яғынан сараларҙа 350-нән ашыу предприятие ҡатнашты.