Эшҡыуарҙарҙы Ҡытай, Төркиә, Иран баҙарҙары менән тауар алыуышыу эшенә арналған вебинарҙа ҡатнашырға саҡыралар. Был “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә башҡарыла.
Сара барышында Ҡытай, Төркиә, Иран илдәре баҙарҙары менән эшләү үҙенсәлектәре, был тәңгәлдәрге закон ҡануниәттәре, шулай уҡ һатыу-һатып алыу барышында килеп тыуыу мөмкин булған ҡаршылыҡтар хаҡында һәм башҡа мәсьәләләр ҡараласаҡ.
Был хаҡта ентекле мәғлүмәт алыу өсөн +7 (495) 620-04-38 телефонына шылтыратырға йәки RDN@tpprf.ru. адресы буйынса мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк, Башҡортостан Ҡытай, Төркиә, Иран илдәре менән әүҙем хеҙәмттәшлшек итә. Был илдәргә республиканан тауар оҙатыу йылдан йыл арта бара.
Сығанаҡ: БР Хөкүмәте сайты.