Сибай һәм Урал аръяғы райондары эшҡыуарҙары власть органдары вәкилдәре менән бизнесҡа дәүләт ярҙамының көнүҙәк сараларын тикшерҙе.
Кәңәшмәне Сибай ҡалаһы хакимиәте менән берлектә Урал аръяғын үҫтереү дирекцияһы ойошторҙо. Шулай уҡ спикерҙар булып Башҡортостандың Сәнәғәтте үҫтереү фонды, «Башҡортостан Республикаһының төбәк лизинг компанияһы» акционерҙар йәмғиәте һәм «Башҡортостан Республикаһының бәләкәй эшҡыуарлыҡтың микрокредит компанияһы» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы вәкилдәре сығыш яһаны, улар үҙ-ара хеҙмәттәшлектең өҫтөнлөктәре хаҡында һөйләне.
- Бындай кәңәшмәләр даими үткәрелә, сөнки бөгөн Урал аръяғын үҫтереү өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Беҙ бында тағы ла күберәк инвесторҙар йәлеп итергә, шулай уҡ урындағы эшҡыуарҙарҙы төрлө проекттарын тормошҡа ашырыуға дәртләндерергә тырышабыҙ. Тап шуға ла Сибайҙа Урал аръяғын үҫтереү дирекцияһы эшләй, - тине Башҡортостан Республикаһы Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар билдәләүенсә, бындай осрашыуҙар бизнес вәкилдәре өсөн бик файҙалы. Был юлы Урал аръяғы йүнселдәре дәүләт ярҙамы юллау өсөн ниндәй документтар талап ителеүен, уларҙы ҡарару мөҙҙәте хаҡында тулы белешмә алды.
Был эштәр “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаларын хуплау” милли проекты үтәлешенә үҙ өлөшөн индерә.
Сығанаҡ: БР Хөкүмәте сайты.