Октябрьскийҙа ҡаланың 33-сө биҫтәһендә “Стимул” заманса энергия үҙәге файҙаланыуға тапшырылды. Был “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының торлаҡ төҙөлөшөн әүҙемләштереү буйынса “Стимул” федераль программаһына ярашлы төҙөлгән.
Ҡеүәте 40 МВт булған яңы энергия үҙәге заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, ул 150 мең квадрат метрҙан ашыу торлаҡ майҙанын йылы менән тәьмин итергә һәләтле.