+4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Февраль , 09:45

Башҡортостан менән Төркиә араһындағы бәйләнеш икеләтә нығынған

Башҡортостандан Төркиәгә башлыса яғыулыҡ-энергетика тауарҙары, химия сәнәғәте продукцияһы, аҙыҡ-түлек, ағас һәм целлюлоза-ҡағыҙ изделиелары, металдар һәм уларҙан изделиелар оҙатыла.

Башҡортостан менән Төркиә араһындағы бәйләнеш икеләтә нығынған
Башҡортостан менән Төркиә араһындағы бәйләнеш икеләтә нығынған

Башҡортостан менән Төркиә араһында тауар әйләнеше ике тапҡырға артты.

2023 йылдың 11 айында Башҡортостан Республикаһы менән Төркиә араһында тышҡы сауҙа әйләнеше 2022 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты буйынса ярҙам арҡаһында 104,5% артҡан. Был хаҡта республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығынан хәбәр иттеләр.

“Былтыр беҙ Башҡортостан республикаһы менән Төркиә араһында хеҙмәттәшлекте әүҙем үҫтерҙек. Шул уҡ ваҡытта 2023 йылдың 11 айы һөҙөмтәләре буйынса экспорт күрһәткесе алдағы йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда 113,6 процентҡа артҡан. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Төркиәгә экспорт был ил менән төбәктең бөтә донъя сауҙа ойошмаһының яҡынса 90% тәшкил итә. Төркиә менән тышҡы иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүгә Рәсәй Сауҙа вәкиллеге ҡарамағындағы төбәк вәкиленең эше ҙур өлөш индерә”, – тип хәбәр итте министр Маргарита Болычева.

Башҡортостандан Төркиәгә башлыса яғыулыҡ-энергетика тауарҙары, химия сәнәғәте продукцияһы, аҙыҡ-түлек, ағас һәм целлюлоза-ҡағыҙ изделиелары, металдар һәм уларҙан изделиелар оҙатыла. Шул уҡ ваҡытта Төркиә компаниялары Башҡортостанда үҙ производствоһын асыу менән ҡыҙыҡһына. Мәҫәлән, “Özfatihler Vinç” йөк күтәреү крандары етештереү компанияһы республика райондарының береһендә майҙансыҡ асырға ниәтләй.

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) яңы иҡтисади бәйләнештәр булдырыуға һәм Рәсәй тауарҙары экспортын үҫтереүгә йүнәлтелгән. Был милли проекттар Президент Владимир Путин ҡарары менән 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

 

Фотолар: Башҡортостан Республикаһының Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Автор:
Читайте нас: