+4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
28 Февраль , 12:00

Евросоюз илдәренә көнбағыш шроты ебәрелә

Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре буйынса, продукт ЕС һәм Германия, Нидерланд талаптарына тап килә.

Евросоюз илдәренә көнбағыш шроты ебәрелә
Евросоюз илдәренә көнбағыш шроты ебәрелә

"Россельхознадзор"ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы 2024 йылдың ғинуарында республиканың май экстракцияһы заводтары тарафынан Евросоюз илдәренә ебәрергә әҙерләнгән гранулланған көнбағыш шротының 195 партияһын билдәләгән.

Ауыл хужалығы малдары өсөн юғары протеинлы мал аҙығы ҡатнашмаларының дөйөм ауырлығы 13 798 тонна тәшкил итә.

Көнбағыш орлоғо үҫемлек майы итеп эшкәртелеү өсөн "Россельхознадзор" ҡарамағындағы Башҡортостан һынау лабораторияһында бөтә кәрәкле тикшереүҙәр үтте.

“Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре буйынса, продукт ЕС һәм Германия, Нидерланд талаптарына тап килә” – тип белдерҙеләр "Россельхознадзор"ҙың Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтендә.

Алдан хәбәр ителгәнсә, 2023 йылда Башҡортостандың гранулланған көнбағыш шроты етештереүселәре үҙ продукцияһын ике тапҡырға арттырҙы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ил Президенты Владимир Путиндың май указдары буйынса тормошҡа ашырылған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”)  “Лайыҡлы һәм һөҙөмтәле хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ” милли маҡсаты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты – 2020 йыл менән сағыштырғанда, 2030 йылға сеймал һәм энергетик булмаған тауарҙар экспортын кәмендә 70 процентҡа арттырыу.

Фото: Россельхознадзорҙың матбуғат хеҙмәтенән.

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-02-27/evrosoyuz-ild-ren-k-nba-ysh-shroty-eb-rel-3658833

Автор:
Читайте нас: