+4 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
1 Март , 11:50

“Кадрҙар” милли проекты.

Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе барышында ил Президенты илдә яңы милли проекттар барлыҡҡа килеүен иғлан итте. Шуларҙың береһе  –“Кадрҙар” милли проекты. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана  

“Кадрҙар” милли проекты.
“Кадрҙар” милли проекты.

Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе барышында ил Президенты илдә яңы милли проекттар барлыҡҡа килеүен иғлан итте. Шуларҙың береһе  “Кадрҙар” милли проекты. Был илдәге йәштәр сәйәсәте өлкәһендәге тәжрибәне бер программаға туплау өсөн кәрәк.

“Был проект киләсәк тураһында һәм илебеҙҙең киләсәге өсөн булырға тейеш”, – тине дәүләт башлығы. – 2030 йылда илдә 20-24 йәштәге 8,3 миллион граждан була, ә 2035 йылда ундайҙар 9,7 миллионға етәсәк. Был, әлбиттә, үткән йылдарҙағы демографик саралар һөҙөмтәһе. Беҙгә был егеттәрҙең һәм ҡыҙҙарҙың үҙ эшенең оҫталары булыуы кәрәк. Ошоноң өсөн яңы милли проектты йүнәлтербеҙ. Был хаҡта күп һөйләйбеҙ, әммә ысынында иһә, мәктәптән алып юғары уҡыу йортона тиклем мәғариф этаптары бәйләнештәрен нығытыу зарур. Улар дөйөм һөҙөмтәлә уртаҡ уй-фекерҙә эшләргә тейеш, һәм бында буласаҡ эш биреүселәрҙең ҡатнашыуы мөһим”.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: