+4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
5 Март , 09:30

Тауар әйләнеше 4,2 процентҡа артҡан

Авиация төҙөлөшө, кальцийлы сода етештереү, юл хужалығы, нефть химияһы һәм нефть эшкәртеүҙә берлектәге проекттар үҙ-ара хеҙмәттәшлектең өҫтөнлөклө йүнәлештәре булып тора.

Тауар әйләнеше 4,2 процентҡа артҡан
Тауар әйләнеше 4,2 процентҡа артҡан

Башҡортостандың һәм Ҡаҙағстандың тышҡы сауҙа әйләнеше 4,2 процентҡа артҡан, шул иҫәптән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сараларын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә. Был хаҡта төбәктең Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығынан хәбәр иттеләр.

“2023 йыл һөҙөмтәләре буйынса Ҡаҙағстан Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы буйынса 11 процент өлөш менән төбәктең контрагент илдәр рейтингында өсөнсө урынды биләй. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, Башҡортостан менән Ҡаҙағстандың үҙ-ара тауар әйләнеше 83 процентҡа экспорт менән күрһәтелгән”, – тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

Ул 2023 йылдың ғинуар – сентябрь айҙарында Ҡаҙағстанға экспорт һатыуҙарының нигеҙен химия сәнәғәте продукцияһы һәм каучук, аҙыҡ-түлек тауарҙары һәм сеймал, минераль һәм машиналар эшләү тауары, ағас һәм целлюлоза-ҡағыҙ әйберҙәр, металдар, туҡыма һәм аяҡ кейеме тәшкил итеүен аңлатты.

Башҡортостан менән Ҡаҙағстан иҡтисад, сәнәғәт, ауыл хужалығы, мәҙәниәт өлкәһендә уңышлы хеҙмәттәшлек итә. Ағымдағы йылдың ғинуарында мөнәсәбәттәрҙе нығытыу өсөн республиканың Рәсми һәм эшлекле делегацияһының Ҡаҙағстанға сәфәре ойошторолдо. Уның барышында республика вәкилдәре араһында мал аҙығы етештереү, сауҙа, аҙыҡ-түлек, еңел сәнәғәт, халыҡ кәсептәрен һәм художество кәсебен һаҡлау һәм үҫтереү өлкәләрендә хеҙмәттәшлек тураһында һигеҙ килешеүгә ҡул ҡуйылды. Авиация төҙөлөшө, кальцийлы сода етештереү, юл хужалығы, нефть химияһы һәм нефть эшкәртеүҙә берлектәге проекттар үҙ-ара хеҙмәттәшлектең өҫтөнлөклө йүнәлештәре булып тора.

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) яңы иҡтисади бәйләнештәр булдырыуға һәм Рәсәй тауарҙары экспортын үҫтереүгә йүнәлтелгән. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: pravitelstvorb.ru

Автор:
Читайте нас: