+4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Март , 17:45

2024 йылда республикала дүрт мең пилотһыҙ осоусы аппарат сығарыласаҡ

Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров белдереүенсә, республика Рәсәйҙә тәүге пилотһыҙ осоусы аппараттар кластерын теркәлгән.

 Пилотһыҙ авиацияның төбәк-ара кластеры Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы реестрына индерелгән. Ул Башҡортостандан, Тула, Рязань өлкәләренән һәм Карелия Республикаһынан 13 предприятиены берләштерә. Кластер сәнәғәт кластерҙарына ҡарата тейешле талаптарға яуап биреүен раҫлаған.

Реестрға индереү предприятиеларға берлектәге импортты алмаштырыусы проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн федераль һәм төбәк ярҙам сараларынан файҙаланырға мөмкинлек бирәсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әлеге ваҡытта Башҡортостанда туғыҙ кластер иҫәпләнә.

«Беҙ алдан етди эш башҡарҙыҡ, — тип белдерәБашҡортостан хөкүмәте премьер-министры. — Пилотһыҙ технологияларҙы әүҙем үҫтерәбеҙ һәм күп йәһәттән илдә новатор булып торабыҙ — пилотһыҙ авиация системаларын етештерәбеҙ, БПЛА өсөн тәжрибә рәүешендә хоҡуҡи режим индерҙек».

Былтыр республикала Пилотһыҙ авиация тармағын үҫтереү дирекцияһы эшләй башлаған.

Автор:
Читайте нас: