+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Март , 11:50

Йылҡы итен эшкәртеү цехы асыла

Шишмә районында  йылҡы итен эшкәртеү цехын асыласаҡ.

Йылҡы итен эшкәртеү цехы асыла
Йылҡы итен эшкәртеү цехы асыла

Ошоға тиклем башҡорт тоҡомло аттар үрсетеү һәм ҡымыҙ етештереү менән шөғөлләнгән  Күсем ауылынан Флүр Йосопов артабан үҫеш юлында.  Уның хужалығында 130 ат, шул иҫәптән 80 һауын бейә иҫәпләнә.

2023 йылда эшҡыуар йылҡы малы тоҡомон яңыртыу өсөн алты айғыр һатып алған, шуларҙың дүртәүһе – башҡорт тоҡомло һәм ике йөк аты. Муниципаль программа ярҙамында ул үҙенең сығымдарын ҡаплауға 500 мең һум субсидияға эйә булған. Хәҙер Флүр Йосопов яңы эш асыу уйы менән яна. Яҡын киләсәктә ул ит эшкәртеү өсөн махсус ҡорамалдар һатып алып,  деликатестар етештереү эшен яйға һалырға ниәтләй. Үҙенең идеяларын бойомға ашырыуға дәүләт яғынан ярҙам булырына өмөт итә эшҡыуар.

Беҙҙең Әбйәлил районында эшҡыуар Фәттәхов йылҡы итенән  ҡаҙы, колбаса, тушенкалар ҙа һатыуға сығара.

Автор:
Читайте нас: