+4 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Март , 17:30

Башҡортостанда 200 меңгә яҡын үҙмәшғүл бар

Үткән йылда ғына уларҙың һаны 48 процентҡа артҡан.

Башҡортостанда 200 меңгә яҡын үҙмәшғүл бар
Башҡортостанда 200 меңгә яҡын үҙмәшғүл бар

– Үҙмәшғүл булараҡ иҫәпкә ҡуйыу тураһында ғаризаны интернет аша паспорт мәғлүмәттәрен һәм ИНН-ды ҡулланып бирә алаһығыҙ. Ғаризаны “Дәүләт хеҙмәттәре”, “Минең һалымым” ҡушымтаһы аша, Федераль һалым хеҙмәте сайтындағы шәхси кабинетта, банк ойошмалары аша ебәреү мөмкинлеге бар, – тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – финанс министры Лира Иғтисамова.

БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 2024 йылдың ике айында республиканың тупланма бюджетына һалым керемдәре күләме, уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, 90 процентҡа яҡын артҡан. Уның күләме 115 миллион һум тәшкил иткән.

– Күптәр бизнесты үҫтереүҙә тәүге аҙымдар яһау йәки өҫтәмә эш хаҡы алыу өсөн үҙмәшғүл статусын алырға мөрәжәғәт итә. Был статус бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары менән бер рәттән дәүләт ярҙамы сараларынан файҙаланырға мөмкинлек бирә, – тип аңлатма бирҙе профилле ведомство министры Рөстәм Афзалов.

2020 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда профессиональ килемгә һалым ғәмәлдә. Үҙмәшғүлдәр өсөн һалым ставкаһы физик шәхестәрҙең килеменән 4 процент һәм юридик шәхестәрҙең һәм шәхси эшҡыуарҙарҙың килеменән 6 процент тәшкил итә. Һалым буйынса отчет юҡ. Шулай уҡ уның буйынса һалым ҡайтармаһы ла ҡаралған. Һалым түләүсенең һалым органы менән үҙ-ара эш итеүе “Минең һалымым” мобиль ҡушымтаһы аша дистанцион рәүештә башҡарыла.

Билдәле булыуынса, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президентының май указы менән булдырылды.

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-03-24/bash-ortostanda-200-me-g-ya-yn-m-sh-l-bar-3698376

Фото: gtrk.tv

Автор:
Читайте нас: