+4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Март , 12:30

Финанс грамоталылыҡ буйынса олимпиада уҙа

Башҡортостан уҡыусыларын финанс грамоталылыҡ буйынса олимпиадала ҡатнашырға саҡыралар.

Финанс грамоталылыҡ буйынса олимпиада уҙа
Финанс грамоталылыҡ буйынса олимпиада уҙа

Олимпиада 2024 йылдың 31 мартына тиклем үткәрелә.

Унда 1-9-сы класс уҡыусылары ҡатнаша ала. Олимпиада дистанцион рәүештә үтә.

Ҡатнашыусыларҙы кеҫә аҡсаһын нисек тотоноу, тауар һатып алыуҙы планлаштырыу, мутлашыусыларҙы таныу йәһәтенән һорауҙар көтә, шулай уҡ балалар үҙҙәрен эшҡыуар ролендә һынап ҡарай. Күнекмәләрҙе эшләүгә бер сәғәт бирелә.

Олимпиадала ҡатнашыу өсөн һылтанма буйынса теркәлергә кәрәк: vk.cc/cvyRbt.

Һөҙөмтәләр буйынса уҡыусылар дипломдар, сертификаттар һәм грамоталар аласаҡ. Улар шәхси кабинеттарҙа урынлаштырыласаҡ.

Олимпиада йыл һайын үткәрелә. 2023 йылда унда Башҡортостандан 35 меңдән ашыу уҡыусы ҡатнашты.

Автор:
Читайте нас: