+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
29 Март , 12:55

Һаҡсыл производствоға өйрәнәләр

Милли проекттар булышлығында ҙур предприятиелар һаҡсыл производствоға өйрәнә.

Һаҡсыл производствоға өйрәнәләр
Һаҡсыл производствоға өйрәнәләр

Төбәктең компетенциялар үҙәгенең  предприятие хеҙмәткәрҙәре менән тренингтар уҙғарыуы тураһында хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Был саралар “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына  ярашлы уҙғарыла.

Милли проект эшләй башлағандан алып Башҡортостанда төбәктең компетенциялар үҙәге тренерҙары республика предприятеларының 2300-ҙән ашыу  хеҙмәткәрен һаҡсыл технологияларға өйрәтте.

Тренингта “Салауат химия заводы”, “Смарт Офис”, “Петон Констракшн”, ”Өфөнөң торба компанияһы”, “ЭКОТАЙМ” предприятиелары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов һүҙҙәренә ҡарағанда, уҡытыу программалары проекттар һәм бурыстарға һөҙөмтәлерәк идара итергә булышлыҡ итәсәк.

 .

Автор:
Читайте нас: