+4 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
2 Апрель , 17:00

Һаҡсыл технологиялар үҫешә

Быға милли проекттар булышлыҡ итә.

Һаҡсыл технологиялар үҫешә
Һаҡсыл технологиялар үҫешә

Төбәктең компетенциялар үҙәгенең  предприятие хеҙмәткәрҙәре менән тренингтар уҙғарыуы тураһында хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Был саралар “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына  (национальный проект “Производительность труда”) ярашлы уҙғарыла. Милли проект эшләй башлағандан алып Башҡортостанда төбәктең компетенциялар үҙәге тренерҙары республика предприятеларының 2300-ҙән ашыу  хеҙмәткәрен һаҡсыл технологияларға өйрәтте.

Тренингта “Салауат химия заводы”, “Смарт Офис”, “Петон Констракшн”, ”Өфөнөң торба компанияһы”, “ЭКОТАЙМ” предприятиелары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов һүҙҙәренә ҡарағанда, уҡытыу программалары проекттар һәм бурыстарға һөҙөмтәлерәк идара итергә булышлыҡ итәсәк.

 “Хеҙмәт етешетереүсәнлеге” милли проекты 2018 йылдан Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән раҫланған. Уның маҡсаты – 2024 йылға илдә хеҙмәт етештереүсәнлегенең йыллыҡ үҫешен биш процентҡа күтәреү өсөн шарттар тыуҙырыу.

Фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.

Сығанаҡ: htps://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-03-28/ur-predpriyatielar-a-syl-proizvodstvo-a-yr-n-3701657

Автор:
Читайте нас: