+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
5 Апрель , 10:55

Бушлай һөнәр алырға мөмкин

Башҡортостанда “Демография” милли проекты буйынса бушлай уҡыу башланды. Быйыл дәғүә итеүселәр өсөн 20 белем биреү программаһы ҡаралған. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана  

Бушлай һөнәр алырға мөмкин
Бушлай һөнәр алырға мөмкин

Унда ҡатнашыу өсөн “Рәсәйҙә эш” порталы аша йәки халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә профоринтологтың шәхси ҡабул итеүендә ғариза ҡалдырырға кәрәк. Ялланып эшкә урынлашыуҙа ла, үҙ эшеңде асыуҙа ла бушлай уҡырға мөмкин. Хеҙмәтләндереү өлкәһе предприятиеһы администраторы, программа менән идара ителеүсе станоктар операторы, дәүләт һатып алыуҙары буйынса белгес, профессиональ һөҙөмтәлелекте үҫтереү буйынса белгес йүнәлештәре буйынса яңынан уҡып сығырға йәки квалификацияһын күтәрергә мөмкин.

Программала граждандарҙың айырым категориялары ҡатнаша ала, улар араһында, эшһеҙҙәр, мәктәпкәсә йәштәгеләрҙең ата-әсәләре, эшләмәй тороу тураһында иғлан иткән предприятиелар хеҙмәткәрҙәре, махсус хәрби операция ветерандары һәм уларҙың ғаиләләре. Уҡыу башланғанға тиклем дәғүәселәр башланғыс белемдәренә, карьера маҡсаттарына, шулай уҡ төбәк хеҙмәт баҙары һорауына тап килгән программаны һайлап алыу өсөн профессиональ йүнәлеш ала.

Башҡортостанда “Демография” милли проекты сиктәрендә бушлай уҡытыу 2021 йылдан тормошҡа ашырыла. 2023 йылда Башҡортостанда уҡыуға ғариза биргән граждандар һаны 18390 кеше тәшкил иткән, уларҙың 6910-ы уҡыуҙы уңышлы тамамлаған һәм квалификацияһын күтәргән йәки яңы һөнәр алған. Эшкә урынлашыу кимәле 72,3 процент тәшкил иткән, 4995 кеше эш тапҡан йәки үҙ эшен асҡан.

 

ФОТО; admtyumen.ru

Автор:
Читайте нас: