+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
5 Апрель , 23:55

Ыңғай үҙгәрештәр һиҙелерлек

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровтың 2023 йыл йомғаҡтары буйынса Хөкүмәт отчетын БР Дәүләт Йыйылыш-Ҡоролтай депутаттары бер тауыштан хупланы.

Ыңғай үҙгәрештәр һиҙелерлек
Ыңғай үҙгәрештәр һиҙелерлек

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровтың 2023 йылдар йомғаҡтары буйынса Хөкүмәт отчетын БР Дәүләт Йыйылыш-Ҡоролтай депутаттары бер тауыштан хупланы. Докладтан күренеүенсә, төбәктә үҫеш күрһәткестәре насарҙан түгел. Инвестициялар арта бара, эшһеҙлек проблемаһы хәл ителә, халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртыу маҡсатында заманса ҡала мөхите тыуҙырыу һәм башҡа төҙөкләндереү программалары ...

Әлбиттә, хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләр ҙә юҡ түгел, ҡайҙалыр юлдар, мәктәптәр, клубтар, медицина учреждениелар һ.б. кәрәк. Халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса Хөкүмәт аныҡ эштәр алып бара.

Мәҫәлән, беҙҙең районда оҙаҡ йылдар Сибайға юл булмауы халыҡты йонсотто. Был ҡаланың урта һәм юғары уҡыу йорттарында студенттар күпләп уҡый, башҡа төрлө йомош менән юл йөрөүселәр ҙә күп.Һәм Радий Хәбиров республикаға етәксе итеп ҡуйылғандан алып, боҙ урынынан ҡуҙғалды. Сибай-Хәлил юлын өс этапта төҙөү мәсьәләһе хәл ителде: өс йыл дауамында - 2019, 2020, 2021 йылдарҙа Хәлилдән Сибайға асфальт юл һалынды. Бөгөн был юлдан үтеүсе һәр кем Радий Хәбировҡа рәхмәт уҡымай үтмәйҙер.

 

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: