+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Апрель , 09:55

Путин иҡтисад секторын үҫтереү буйынса кәңәшмә үткәрәсәк

«Мәғлүмәттәр иҡтисады»яңы милли проектын булдырыласаҡ

Путин иҡтисад секторын үҫтереү буйынса кәңәшмә үткәрәсәк
Путин иҡтисад секторын үҫтереү буйынса кәңәшмә үткәрәсәк

Рәсәй Президенты Владимир Путин видеоэлемтә аша хөкүмәт ағзалары менән кәңәшмә үткәрәсәк. Төп тема-иҡтисад секторын үҫтереү. Был темаға докладтар менән Һанлы үҫеш министры Мәҡсүт Шадаев һәм Рәсәй Банкы башлығы Эльвира Нәбиуллина сығыш яһаясаҡ.

Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә Путин «Мәғлүмәттәр иҡтисады»яңы милли проектын булдырыу тураһында иғлан иткәйне. Хөкүмәткә уны 2030 йылға тиклемге осорға раҫлау йөкмәтелде. Дәүләт башлығы шулай уҡ программа тәьминәтен булдырыусы компанияларға һәм стартаптарға ярҙам итергә ҡушты.

 Фото: Кремль сайты

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: