+4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Апрель , 11:10

Мөһим мәсьәләләр ҡаралды

Владимир Путин Видеоэлемтә аша Хөкүмәт ағзалары менән кәңәшмә үткәрҙе. #ВладимирПутин

Мөһим мәсьәләләр ҡаралды
Мөһим мәсьәләләр ҡаралды

Владимир Путин видеоэлемтә аша хөкүмәт ағзалары менән кәңәшмә үткәрҙе. Кәңәшмәлә төбәктәрҙә ташҡын менән бәйле хәл һәм уларҙың эҙемтәләрен бөтөрөү мәсьәләһе тикшерелде. Ташҡын буйынса президентҡа ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы башлығы Александр Куренков, Ырымбур өлкәһе губернаторы Денис Паслер, Ҡурған өлкәһе губернаторы Вадим Шумков һәм Төмән өлкәһе губернаторы Александр Моор мәғлүмәт бирҙе. Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Фәйзуллин зыянды баһалау, торлаҡты һәм инфраструктураны тергеҙеү буйынса эштәр башланыуы тураһында хәбәр итте.

Һаулыҡ һаҡлау министры Михаил мурашко илдә медицина хеҙмәткәрҙәрен әҙерләү системаһын үҫтереү тураһында доклад менән сығыш яһаны. Ведомство етәксеһе ташҡын ваҡытында зыян күргән төбәктәрҙәге хәлгә һәм медицина хеҙмәттәре эшенә аңлатма бирҙе.

Хөкүмәт Рәйесе урынбаҫары Александр Новак социаль газ үткәреү программаһын тормошҡа ашырыу тураһында һөйләне. «Роскосмос» башлығы Юрий Борисов 11 апрелдә «Ангара-А5» ауыр ракетаһының Восточный космодромынан уңышлы осоролоуын хәбәр итте.

Автор:
Читайте нас: