Иҡтисад
3 Мая 2024, 06:55

Яңы проекттар хупланды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән сираттағы "Инвестсәғәттә” иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында ун яңы проект  ҡаралды.   #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Яңы проекттар хупландыЯңы проекттар хупланды
Яңы проекттар хупланды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән сираттағы "Инвестсәғәттә” иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында ун яңы проект  ҡаралды.  «Башнефть-Добыча» компанияһының генеральный директоры Сергей Нонява нефть һәм табиғи газ сығарыу буйынса оператор хезмәттәре күрһәтеүҙә технологик комплексты модернизациялау проектын тәҡдим итте.
Проектка инвестициялар күләме - 3,2 миллиард һумға яҡын.

Мәләүез районында фосфор кислотаһы етештерү буйынса предприятие төҙөү проекты менән «Башҡорт фосфат компанияһы» йәмғиәтенең директоры Сергей Куликов таныштырҙы.

 «Йәмәғәт тукланыуы селтәрен үҫтереү» компанияһы директоры Татьяна Гладкая дүрт “Rostics” рестораны төҙөүү пландарын тәҡдим итте.
Дөйөм майҙаны 400-800 квадрат метр булған учреждениелар 125 яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Ә проектҡа инвестициялар күләме 570 миллион һум тәшкил итәсәк.

«Төҙөүсе» йәмғиәте директоры Мәүзәнур Ғизамов Ауырғазы районы Толбазы ауылында «Төньяк» күп функцияле сауҙа-сервис комплексы төҙөү проектын тәҡдим итте. Унда ҡунаҡхана, кибеттәр, көнкүреш хеҙмәттәре үҙәге һәм башка объекттар урынлаштырырға планлаштыралар. Комплекс төҙөлөшөнә 100 миллион һумға якын аҡса йүнәлтеләсәк.

Проекттар тормошҡа ашырылһа, был төҙөлөштәр, үҙ сиратыцнда, Рәсәйҙең төрлө милли проекттары үтәлешенә лә булышлыҡ итәсәк.

Автор:
Читайте нас