“Россельхознадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығынан белдереүҙәренсә, йүкә балының экспорт партиядарына тейешле ветеринария сертификаттары бирелгән.
Бөтә партия тейешле лаборатория тикшереүҙәрен үткән. Ул йоғошло һәм инвазион ауыруҙарҙан азат булган биләмәлә йыйылған. Республиканың йүкә урмандарында ҡорттар йыйған тәмле, файҙалы һәм экологик таҙа продукцияның ҡыцьайҙарҙың күңеленә хуш килер, тиҙәр ведоствоның матбуғат хеҙмәтендә.
Ҡытай менән яңы өлкәлә хеҙмәттәшлек «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты сиктәрендә башҡарыла.
Фото: bashinform.ru