Иҡтисад
7 Май 2024, 09:55

Башҡортостан тауарҙарына һорау арта

Киләсәктә был йүнәлеште тағы ла үҫтереү күҙаллана.

Башҡортостан тауарҙарына һорау артаБашҡортостан тауарҙарына һорау арта
Башҡортостан тауарҙарына һорау арта

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) быйыл ғинуар-февраль айҙарында Башҡортостандың Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре менән тышҡы сауҙа әйләнеше былтырғы ошо осор күрһәткестәре менән сағыштырғанда 67,7 процентҡа арҡан. Шул иҫәптән Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә  тауар әйләнеше 99 процентҡа төбәк продукцияһы  экспортынан тора.

- Быйыл тәүге ике айҙа Башҡортостандан Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә экспорт күләме былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда 68,5 процентҡа күбәйҙе. Республикабыҙҙың был ил менән тышҡы сауҙа мөнәсәбәте үҫешендәге ыңғай динамика үткән йылдан алып күҙәтелә, - тине Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Шулай уҡ Маргарита Болычева 2023 йылда Башҡортостандан Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә күпселек минераль продукттар, химия сәнәғәте продукцияһы, металл, ағас һәм ҡағыҙ әйберҙәре, аҙыҡ-түлек, сеймал оҙатылыуын билдәләне.Үҙ-ара тауар әйләнеше үҫешен арттырыу өсөн төбәктән был илгә бойҙай, йомортҡа, көнбағыш майы, минераль һәм химик ашламалар, газ турбиналары, шыйыҡ әйберҙәрҙе күсереү, күтәреү өсөн сәнәғәт ҡорамалдары кеүек тауарҙар ебәреүҙе арттырыу мөһим.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-05-05/bash-ortostan-tauar-aryna-orau-arta-3754067

 

Автор:
Читайте нас