Иҡтисад
7 Май 2024, 07:45

Инвестһабантуй йәнә Әбйәлилдә үтә

Быйылғы һабантуйҙың көнө билдәле булды.

Инвестһабантуй йәнә Әбйәлилдә үтәИнвестһабантуй йәнә Әбйәлилдә үтә
Инвестһабантуй йәнә Әбйәлилдә үтә

 23-25 майҙа уҙасаҡ «Урал аръяғы» Бөтә Рәсәй инвестиция форумының һуңғы көнөндә Әбйәлилдә яҙғы Һабантуй була.

Байрам программаһында  быуындан-быуынға тапшырыла килгән бик күп боронғо йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәр. Шулай уҡ милли йыр-моң тыңларға, халыҡ бейеүҙәрен ҡарарға, башҡорт аш-һыуҙары менән һыйланырға мөмкин.

Һабантуйҙа төрлө спорт ярыштары үткәреү ҡаралған (шул иҫәптән ат сабышы, көрәш, бағанаға үрмәләү, уҡ атыу һәм башҡалар).

Бишенсе «Урал аръяғы» форумының йомғаҡтары тураһында «Башинформ» материалында уҡығыҙ.

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас