-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Май , 10:30

Хеҙмәттәшлек үҫешә

Киләһе аҙнала Башҡортостандың рәсми делегацияһы Үзбәкстанға юллана. Нефть-газ химияһы комплексы предприятиеларына, сода компанияһына барыу, ҡайһы бер мәсьәләләрҙе ентекле тикшереү планлаштырыла. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Хеҙмәттәшлек үҫешә
Хеҙмәттәшлек үҫешә

 «Ҡарағалпаҡстан — Башҡортостандың Үзбәкстанда хеҙмәттәшлек эшен башлаған беренсе төбәктәрҙең береһе. Бөгөн беҙ Өфөлә ошо республиканың Министрҙар советы рәйесе Фарход Ураҙбай улы Эрманов етәкселегендәге делегацияһын ҡабул итеүебеҙгә шатбыҙ, — тип яҙа Радий Хәбиров. — Ике яҡтың да эшҡыуарҙары кем менән һәм нисек бизнес алып барырға кәрәклеген үҙҙәре билдәләй тип ышанам. Әммә бының өсөн дәүләттәр араһында ышаныслы һәм ихтирамлы мөнәсәбәттәр, ярҙам саралары, гарантиялар кәрәк. Былар барыһы ла — аҡсаһын икенсе илдә бизнесын үҫтереүгә һалған кешеләр өсөн бик мөһим мәсьәләләр. Ошондай  осрашыуҙар барышында беҙ тап шуларҙы хәл итәбеҙ».

Киләһе аҙнала Башҡортостандың рәсми делегацияһы Үзбәкстанға юллана. Нефть-газ химияһы комплексы предприятиеларына, сода компанияһына барыу, ҡайһы бер мәсьәләләрҙе ентекле тикшереү планлаштырыла. Шуны ла әйтеп китеү урынлы булыр, Үзбәкстан инвесторыБашҡортостанда игенселек предприятиеһын асырға йыйыныуы билдәле.

Шулай итеп, Башҡортостан сит илдәр менән хеҙмәттәшлекте нығыта, шуның менән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты үтәлешенә лә үҙ өлөшөн индерә.

Автор:
Читайте нас: