-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Май , 17:15

Сибайҙа эшлекле форум бара

Сибайҙа   “Урал аръяғы –  2024” VI  Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы үҙ эшен башланы.  

Сибайҙа эшлекле форум бара
Сибайҙа эшлекле форум бара

Унда «Урал Аръяғы-2024» VI БӨТӘ Рәсәй инвестиция һабантуйындаа 10-дан ашыу яҡын һәм алыҫ сит ил делегациялары ҡатнаша, улар араһында Беларусь, Ҡытай, Төркиә, Иран һәм Үзбәкстан.

Форумдың ойоштороусылары – Башҡортостан республикаһы Хөкүмәте менән Стратегик инициативалар  агентлығы. Инвест-һабантуй  дәүләт власы органдары менән эшҡыуарлыҡ йәмғиәттәрен,  эксперттарҙы һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәрен берләштерә. Өс көн дауамында 20-нән ашыу  секция,  фекер алышыуҙар, “түңәрәк өҫтәл”дәр  эшләйәсәк, килешеүҙәр төҙөләсәк.

Бөгөн инвест-һабантуйҙың беренсе көнөндә  бизнес-шерифтарҙың “Бизнес  һәм власть. Һөҙөмтәле төбәк менән эшмәкәрлектә  көслө эшҡыуар” III төбәк-ара форумы үҙ эшен башланы. Унда Рәсәй, Үзбәкстан һәм Белорусиянан делегаттар дәүләт менән эшҡыуарлыҡ хеҙмәттәшлегендә  алдынғы тәжрибәләр менән уртаҡлаша.

24 һәм 25 майҙа «Урал аръяғы» майҙансығында «Спортсы менән иртәнге зарядка» планлаштырылған. Бөгөн, Сибай ҡалаһының Үҙәк майҙанында Ул Башҡортостан дәүләт Йыйылышы депутаты, Рәсәй һәм Америка спортсыһы, ике тапҡыр adcc Submission Wrestling World Championship еңеүсеһе Һәм бразилия джиу — джитсуһы буйынса донъя чемпионы Джефф Монсон менән үтте Ғәҙәттәгесә, ҙур форум һабантуй байрамы менән тамамлана. Быйыл да ул беҙҙә, Әбйәлил районында, үтәсәк.

Автор:
Читайте нас: