-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Июнь , 11:30

Эшҡыуарлыҡ аҙналығында ике меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан

Тематик аҙналыҡ барышында Өфөлә лә, муниципалитеттарҙа ла 70-тән ашыу сара үткән. Уларҙың күбеһе практик йүнәлештә булған.

Эшҡыуарлыҡ аҙналығында ике меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан
Эшҡыуарлыҡ аҙналығында ике меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан

Башҡортостанда Эшҡыуарлыҡ аҙналығы тамамланды, унда 2000-дән ашыу кеше ҡатнашты. Шул иҫәптән эксперттар, ғәмәлдәге эшҡыуарҙар, үҙмәшғүлдәр һәм үҙ эшен асырға йыйынғандар.

Бизнес-форумды “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә эшҡыуарлыҡҡа ярҙам институттары, эшҡыуарҙарҙың йәмәғәт берекмәләре һәм юғары уҡыу йорттары ҡатнашлығында Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы ойошторҙо.

– Тематик аҙналыҡ барышында Өфөлә лә, муниципалитеттарҙа ла 70-тән ашыу сара үтте. Уларҙың күбеһе практик йүнәлештә ине. Бизнес-иртәнге аштар, уҡыуҙар, тренингтар, түңәрәк өҫтәлдәр һәм семинарҙарҙа ҡатнашыусылар бизнес алып барыу буйынса бушлай файҙалы белем ала алды, – тип йомғаҡ яһаны Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.

Форумды интеллектуаль милекте һәм ойошмаларҙың активтарын яҡлау мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәл асты, унда ҡатнашыусылар интеллектуаль милек реестрын булдырырға тәҡдим итте.

Бизнес-ланч дәүләт органдары, бизнесҡа ярҙам институттары вәкилдәрен, шулай уҡ эшҡыуарҙарҙың йәмәғәт берекмәләре етәкселәрен һәм Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ағзаларын йыйҙы. Төбәктә бизнесты үҫтереү мөмкинлеге һәм эшҡыуарҙарға ярҙам саралары фекер алышыуҙың төп темалары булды.

“Эшҡыуар әсәй” уҡытыу программаһы Аҙналыҡтың төп сараларының береһе булды. Быйыл проектта ҡатнашыу өсөн бөтәһе 130-ҙан ашыу ғариза бирелгән, 34 әсә белем биреүҙә ҡатнашҡан. 27 майҙа “Торатау” конгресс-холында ҡатнашыусыларҙың проекттарын яҡлау һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Төп бүләкте – 100 мең һум күләмендә федераль грантҡа сертификатты - Жаворонковтарҙың экопродукттары” бизнес-проекты өсөн Марина Жаворонкова алды.

Өфөләге аҙналыҡты “Бизнес-Уңыш” милли эшҡыуарлыҡ премияһының төбәк этабы тамамланы. Сараның программаһында финанстар, һатыуҙар, һалым хәүефһеҙлеге һәм брендтарҙы танытыу өлкәһендәге алдынғы белгестәрҙең оҫталыҡ дәрестәре, контроль-күҙәтеү органдары ҡатнашлығында бизнес-уйын, эшҡыуарҙарҙың проекттары менән таныштырыу булды. “Бизнес-Уңыш” премияһының төбәк этабында 10 эшҡыуар еңеү яуланы. Улар Мәскәүҙә федераль этапта төбәк данын яҡларға тейеш.

“Минең бизнесым” үҙәге офистарында республиканың 12 муниципалитетында эшҡыуарҙар өсөн тағы 50-нән ашыу сара үтте. Мәҫәлән, Белоретта “Бизнес ҡатын-ҡыҙҙары” дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы вәкиллеге асылды, ә Нефтекама эшҡыуарҙарына бизнесҡа дәүләт ярҙамы саралары тураһында һөйләнеләр.

Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.

Автор:
Читайте нас: