+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
7 Июнь , 11:25

Килешеү яңы мөмкинлектәр аса

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Тамбов өлкәһе Башлығы Максим Егоров сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Килешеү яңы мөмкинлектәр аса
Килешеү яңы мөмкинлектәр аса

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Тамбов өлкәһе Башлығы Максим Егоров сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Яңы документ 1999 йылда төҙөлгән төбәк-ара килешеүҙе заманса йүнәлештәргә, шарттарға яраҡлаштырҙы. Тамбов өлкәһе менән хеҙмәттәшлекте нығытыуҙың маҡсаты – хужалыҡ бәйләнештәрен киңәйтеү һәм яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

Радий Хәбиров Тамбов өлкәһе делегацияһын Өфөнөң 450 йыллығына арналған тантаналы сараларҙа ҡатнашырға саҡырҙы. Улар 2024 йылдың йәй аҙағында уҙа.

Был,үҙ сиратында, “Һанлы иҡтисад” милли проекты  үтәлешенә лә үҙ өлөшөнә индерәсәк.

Автор:
Читайте нас: