Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указдары тарафынан раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт“ милли проектына (национальный проект “Международная кооперация и экспорт“) ярашлы башҡарыла.
Республика орлоҡсоларының продукцияһын Беларусь, Германия, Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстан һатып ала. Продукция өлгөләре “Россельхознадзор”ҙың Башҡортостандағы һынау лабораторияһында энтомологик һәм гербологик тикшереү үткән.
“Башҡортостан етештереүселәренең орлоғо ҡулланыу сифатының яҡшы булыуы һөҙөмтәһендә ҙур һорау менән файҙалана”, – тиҙәр “Россельхознадзор”ҙа. Орлоҡ материалына 199 фитосанитар сертификат бирелгән.
Фото: “Башинформ”.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.