Программаны ғәмәлгә ашырыу йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың 212 тораҡ пунктын газ менән тәьмин итеү, 6 мең саҡрымдан ашыу газ бүлеү селтәрҙәре, 85 автомобилгә газ тултырыу компрессор станцияһы төҙөү, 9637 берәмек автотранспортты газ-мотор яғыулығына күсереү планлаштырыла.
Билдәләнгән маҡсатлы күрһәткестәр иҫәбендә – торлаҡ фондына газ үткәреү кимәлен 88% еткереү, газ торбалары һуҙыу, автомобилдәргә газ тултырыу компрессор станцияларын 116-ға арттырыу (әле 51) һәм башҡалар. Программаны финанслауҙың дөйөм күләме – 52,8 миллиард һум. Шуның 1,6 миллиард һумы – федераль һәм төбәк бюджеттары, 51,2 миллиард һумы бюджеттан тыш аҡса (шул иҫәптән «Газпром» инвестициялары) тәшкил итергә тейеш.